Стәрлетамаҡ Башҡорт дәүләт университеты филиалынының белгестәре башҡорт халыҡ эпостары геройҙары аша компьютер уйыны өҫтөндә эшләй. “Зәрҡум” тип аталған уйын фәһемле лә, ҡыҙыҡта булырға вәғәҙәләй. “Урал батыр” эпосындағы кире герой Зәрҡум һәм башҡорт батыры. Тап улар Стәрлетамаҡ Башҡорт дәүләт университеты филиалы IT-белгестәре уйлап сығарған компьютер уйынының төп геройҙары. Тиҙҙән теләгән һәр кем эпос геройҙары аша уйында ҡатнаша ала. Башҡорт халыҡ эпостары геройҙары аша компьютер уйынын уйлап сығарыу эше өҫтөндә белгестәр бер ай элек шөғөлләнә башлаған.
Әле өс персонаж тулыһынса әҙер, тип әйтергә мөмкин. Уйында ҡатнашыусы үҙен урта быуат дәүерендә хис итһен өсөн, белгестәр һәр бер йолаға таянып эшләй. Иң мөһим биҙәлештәренең береһе -геройҙарҙың өҫ кейеме. Батыр — ул уйында ҡатнашыусы кеше, ә Зәрҡум иһә уның дошманы. Батыр уйын барышында төрлө ҡыйынлыҡтарҙы үтеп, юлында осраған яуыз көстәр менән көрәшеп финалға үтһә, еңеүсе тип билдәләнә. Өҫтәүенә, төп геройҙарҙан тыш, уйында яһалма персонаждар ҙа үҙ урынын аласаҡ. Персонаждарҙы булдырыу һәм уның хәрәкәттәрен эшләү еңел эш түгел, тип һанай белгестәр.
Уйында ниндәй ҙә булһа геройҙы күҙ алдына килтереү өсөн рәссам уны тәүҙә аҡ ҡағыҙға төшөрә. Мәҫәлән, был ҡағыҙҙа төп герой –Зәрҡум һыны. Рәссам уның төҫ һынын һәм кейем-һалымын китап, интернет сығанаҡтарына таянып эшләй. Уйын башҡорт, рус һәм инглиз телендә буласаҡ. Бер яҡтан, ҡатнашыусы элекке донъя менән танышһа, икенсенән телдәрҙе лә өйрәнәсәк. Компьютер уйынының эше әле күп. Уны тулыһынса булдырыу өсөн яҡынса ун миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, уйында ҡатнашҡан батырҙың исеме юҡ. Күп бәхәсләшеүҙән һуң, әле белгестәр исем һайлау буйынса балалар араһында конкурс үткәрәсәк, йә иһә уйында ҡатнашыусы үҙ теләге менән исем бирәсәк, тигән һығымтаға килгән. Яҡынса, бер йылдан һуң, уйын тулыһынса әҙер буласаҡ, тип вәғәҙәләй белгестәр.