Гимназия тауышы. Ошо исем аҫтында Өфөнөң Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһында мәктәп радиоһы эшләп килә. Тапшырыуҙарҙы әҙерләп алып барыусылар уҡыусылар үҙҙәре.
Гимназия коридорҙарында ишетелгән моңло тауыштың хужаһын уҡыусылар тәүҙә күҙ менән эҙләһә, хәҙер инде күнеккән. Тәнәфестәрҙе көтөп алып, уны иғтибар менән тыңлайҙар. Өфөнөң Дим районындағы 102-се башҡорт гимназияһында мәктәп радиоһы асылыуын балалар шатланып ҡабул иткән. Бигерәк тә, үҙҙәрен диктор һөнәрендә һынап ҡарай алған уҡыусылар ҡыуана. Мәҫәлән, сәхнә юлын һайларға хыялланған Диана Шиһапова өсөн мәктәп радиоһында тапшырыуҙарҙы алып барыу үҙенә ышаныс өҫтәй, тулҡынланыуын да баҫырға ярҙам итә. Диана менән бергә уның классташы Елена ла эшләй.
Тапшырыуҙар ике телдә – башҡортса һәм русса алып барыла. Мәктәптә радио асылғанын ишетеп ҡалғас, был ҡыҙҙар тәүгеләрҙән булып уның эшендә ҡатнашырға теләк белдергән һәм кастинг аша һайланып алынған. Әлегә коллективта дүрт кеше. Дәрестән һуң егет-ҡыҙҙар йыйылып, эфирҙарға әҙерләнә: һуңғы яңылыҡтар менән танышыу, уҡыусылар менән интервью, төрлө темалар буйынса фекер алышыуҙар.
Әйткәндәй, ойоштороусылар киләсәктә тематик рубрикаларҙы арттырырға һәм гимназия радиоһының эшмәкәрлегенә тағы ла күберәк уҡыусыларҙы йәлеп итергә планлаштыра. Гимназияла киң мәғлүмәт сараларының башҡа төрҙәренә лә иғтибар бирелә. Баҫмаларға килгәндә, рус һәм башҡорт телендә “Дуҫлыҡ” гәзите сыға, һәм хатта мәктәп телевидениеһы ла эшләп килә.