Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө – 20 октябргә ҡарата фильм донъя күрәсәк. Уны күренекле Рәсәй режиссеры Александр Галибин “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрҙө.
Әлеге ваҡытта фильмды ҡорау эштәре бара. Премьераға тиклем режиссер был фильм менән кинофестивалдә ҡатнашырға ниәтләй. Мостай Кәрим балалар әҙәбиәтенә “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы менән килеп инде һәм бер-бер артлы уңышлы әҫәрҙәр яҙҙы. Уның геройҙары китап биттәренән сығып кино таҫмаһына ҡыйыу атлай.
Фильм Белорет районы Яңы Хәсән ауылында төшөрөлдө.Ваҡиғаларҙы ысынбарлыҡҡа мөмкин тиклем яҡынайтыу йәһәтенән ауыл янында тағы ла бер ауыл төҙөлдө. Оксана ролендә Марта исемле Мәскәү ҡыҙы уйнай. Ул башҡортса бер һүҙ белмәһә лә, фильмды төшөрөп бөтөүгә күп һүҙҙәрҙе ятлап алды, ти режиссер. Ә Йәмилде Өфө малайы Арыҫлан Ҡырымсурин уйнай. Тамашасылар фильмда билдәле актерҙарҙы ла күрәсәк. Режиссер урыҫ булыуына ҡарамаҫтан, фильм башҡорт телендә донъя күрә.