Сибайҙа айырым урамдарҙа көкөрт диоксиды норманан артҡан

Тулыраҡ: Сибайҙа айырым урамдарҙа көкөрт диоксиды норманан артҡан

Сибайҙа Нуриман урамында көкөрт диоксиды норманан 3,8 тапҡырға артып киткән. Был турала бөгөн урындағы хакимиәттә үткән брифингта хәбәр ителде.

Өфөнән килгән табиптар бында тағы ла бер аҙна эшләйәсәк. Бынан тыш, Сибайға балалар табиптары ла килергә тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың ноябрь айынан ҡала тулы әҙерлек режимында йәшәргә мәжбүр.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының файҙаланылмаған карьерынан газ сығыу сәбәпле һауа һауа бысранды. Шуға ла ҡала халҡына урамға сыҡмаҫҡа, битлектәр ҡулланырға, күберәк һыу эсергә кәңәш ителә. Республика етәксеһе Сибайҙағы хәлде шәхсән күҙәтеүгә алды. Радий Хәбиров медицина учреждениеларында сираттар мәсьәләһен тиҙ арала хәл итеүҙе талап итте.