Ҡырым шифаханаларының береһендә Сибай ҡалаһынан 500 бала сәләмәтлеген нығытасаҡ

Тулыраҡ: Ҡырым шифаханаларының береһендә Сибай ҡалаһынан 500 бала сәләмәтлеген нығытасаҡ

Бөгөн Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов етәкселегендәге делегация менән осрашыуында ошо турала иғлан ителде. Бынан тыш, унда Евпаториялағы Юбилейный шифаханаһын төҙөкләндереү проекты тәҡдим ителде.

2017-се йылда һауыҡтырыу учреждениеһы Башҡортостанға тапшырылғайны. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һәм Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксеновтың рәсми осрашыуы Сибай ҡалаһындағы экология мәсьәләһенән башланды. Радий Фәрит улы Урал аръяғы баш ҡалаһындағы хәл менән таныштырҙы. Сергей Аксенов Ҡырым ярҙам итергә әҙер тип белдерҙе һәм Сибай ҡалаһынан балаларҙы сәләмәтлектәрен нығытырға саҡырҙы. Уның әйтеүенсә, белгестәр һәм инфраструктура кескәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Ҡырым республикаһы Башҡортостан менән күптән хеҙмәттәшлек итә һәм ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.

Сергей Аксенов был эшлекле мөнәсәбәттәр артабан да дауам итеренә өмөт белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Белогорск районы бөтә йүнәлеш буйынса ярҙам ала. Рәсми осрашыу һуңында Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым министрҙар советы рәйесенә республиканың Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы. Башҡортостанға Ҡырымдың эшлекле делегацияһы ла килде. Улар республиканың мөмкинлектәре менән таныша. Бөгөн үткән осрашыуҙа Башҡортостан шифаханалары тураһында бәйән ителде. Бынан тыш, республика ҡарамағына тапшырылған Евпаториялағы Юбилейный шифаханаһын төҙөкләндереү проекты тәҡдим ителде.

Һауыҡтырыу учреждениеһына дүрт этапта капиталь ремонт яһаласаҡ һәм ул 2023-сө йылға Башҡортостандан балаларҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Башҡортостан һәм Ҡырым 2014-се йылдан алып хеҙмәттәшлек итә. 2017-се йылда яҡтар документты тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын раҫланы, бынан тыш меморандум ҡабул итте. 2016-сы йылда Башҡортостан һәм ярымутрау араһында тауар әйләнеше 2 миллиард 700 миллион һум булған. 2017-се йылда республика диңгеҙ буйына бензин менән ҡуша дизель яғыулығын күпләп оҙата башлаған. Ә Ҡырымдан беҙгә косметика һәм һөт продукцияһы килтерелә.

Башҡортостан һәм Ҡырым республикалары бөтә өлкәлә лә тиерлек хеҙмәттәшлек итә. Беҙҙең республика Белогорск районын шефлыҡҡа ла алды. Унда йыл һайын гуманитар ярҙам оҙатыла, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәни учреждениелар төҙөкләндерелә, 2015-се йылда, мәҫәлән, 37 обьект ремонтланды. Бынан тыш, Белогорскиҙа Башҡортостан Үҙәк машина-технология станцияһы филиалы асылды. Республиканан тиҫтәләгән комбайн алып барылды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм Ҡырым депутаттары ла даими осрашып тора. Улар закон проекттары буйынса фекер алыша, тәҡдимдәр индерә, норматив акттар һәм уларҙың проекттарын, шулай уҡ методик ҡулланмалар һәм башҡа материалдар менән алмаша.

Бер-нисә йыл элек Белогорскиҙа беренсе тапҡыр һабантуй үтте. Башҡорттарҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм уйындары Белогорск халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Зуево ҡасабаһында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәм партизандар иҫтәлегенә һәйкәл асылды, ул Башҡортостан иғәнәләренә төҙөкләндерелгән икенсе обелиск булды. Ҡырым вәкилдәре иһә Башҡортостанда үткән мәҙәни сараларға даими саҡырылып тора.