Башҡортостанда грипп менән ауырыуҙың тәүге осраҡтары теркәлде

Тулыраҡ: Башҡортостанда грипп менән ауырыуҙың тәүге осраҡтары теркәлде

Республикала вируслы инфекция йоҡтороусыларҙың артыуы ла күҙәтелә. Бөгөн был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәктәге идаралығынан хәбәр иттеләр.Республикала әле 13 мең кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй, уларҙың 60 проценты – балалар.

Табиптар үҙаллы дауаланырға кәңәш итмәй. Ауырыуҙың билдәләләре күренеү һәм температура күтәрелеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күләмле вакцинация үткәреү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ауырыу кимәле, башҡа төбәктәргә ҡарағанда, түбәнерәк. 2 миллион самаһы кеше вирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан.