Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләр торлаҡ ала алмай йонсой. Улар араһында Руслан Ғәзизов та бар. Йорт эсендә йыуыныу бүлмәһе лә, йылы һыу ҙа юҡ. Ә иң мөһимө – торлаҡ та сит кешенеке. Ошондай шарттарҙа тыумыштан физик мөмкинлеге сикләнгән 25 йәшлек Руслан Ғәзизов көн күрә. Бигерәк тә нисәмә йыл буйына кеше өйөндә көн күреү йәнде үртәй, ти егттең әсәһе. Русландың диагнозы сиратһыҙ торлаҡ алыу мөмкинлеген биргән теҙмәгә индерелгән. Был хаҡта ғаиләгә 2007-се йылдан уҡ билдәле була.
Ошо ваҡыттан бирле судтан судҡа йөрөп тә бер нәмә лә үҙгәрмәүе, йәнә адвокаттарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Чиновниктар ошо һорауҙы федераль аҡсаны йәлеп итеп булһа ла күптән хәл итә алыр ине. Ләкин улар бының өсөн ҡулдан килгәнен дә үҙ ваҡытында эшләмәне, ти Булат Сафин. 13 йылдан ашыу төрлө инстанцияларҙың тупһаһын тапай торғас, тамам хәл бөттө, шулай ҙа балам хаҡына бирешергә теләмәйем, ти Мингзилә Ғәзизова.Ошо ғаилә тураһында беҙҙең хеҙмәттәштәр бер йыл элек сюжет эшләгәйне, тик хәл һаман үҙгәрешһеҙ ҡала. Руслан Ғәзизов һаман ҡуртымға алынған торлаҡта көн күрергә мәжбүр.
Ҡала хакимиәтенән билдәләүҙәренсә, 2017-се йылда 19,5 миллион һум аҡса бүленә. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр 14 фатир менән тәъмин ителә. Үткән йылда мунициапалитет 35 миллион ярым һум ала.Әлеге көндә сираттан тыш торлаҡ менән тәъмин ителеүселәр рәтендә 246 кеше учетта тора. Улар араһында Руслан да бар.Закон буйынса ,торлаҡ майҙаны өсөн Русланға 28 квадрат метр бүленергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, фатир милеккә бирелмәй, ә килешеү нигеҙендә ҡуртымға бирелә.






