Сибайҙан Ҡырымға ял итергә барыусылар исемлеге асыҡлана

Тулыраҡ: Сибайҙан Ҡырымға ял итергә барыусылар исемлеге асыҡлана

Сибайҙарға Ҡырымға юлламаны 1 мең һумға һатып алырға мөмкин. Ошондай имештәрҙе мутлашыусылар социаль селтәрҙә тарата. Был турала бөгөн хакимиәттәге иртәнге кәңәшмәлә әйтелде.

Ҡала активы менән осрашыуҙа экологик хәлгә бәйле мәғлүмәт еткерелде. Иртәнге тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, һауалағы зарарлы матдәләр миҡдары норманан артмаған.

Үткән аҙнала Радий Хәбиров бойороғо буйынса Урал аръяғы баш ҡалаһына тын юлдары ауырыуҙарын тикшереүсе табиптар ебәрелгәйне, уларға 800-ҙән ашыу мөрәжәғәт булған. Бөгөндән онкодиспансер, кардиодиспансер, перенаталь һәм психотерапия үҙәктәре табиптары ла Сибайҙарҙы ҡабул итә башлай.

Дарыуханаларҙа бушлай битлек һәм активлаштырылған күмер таратыла. Шулай уҡ 500 бала Ҡырымға барып сәләмәтлеген нығыта аласаҡ. Әле исемлек аныҡлана. Унда карьерға яҡын йәшәгәндәр, хроник сирлеләр һәм мөмкинлеге сикләнгәндәр буласаҡ. юллама алыр өсөн аҡса түләргә кәрәк тигән имеш таратыусылар ҙа бар.