Саперҙар, конструкторҙар, штурмовиктар һәм шартлатыусылар. Бөгөн Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре көнө. Үҙәк хәрби округка ингән 29 төбәктәге берҙән-бер инженер бригада Башҡортостанда урынлашҡан. Үҙҙәренең һөнәри байрамын улар хәрби күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Унда беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты.
Террорсылар ҡулындағы бинаға, бронетранспортер ышығы аҫтында барыусы һалдаттарҙың барыһы ла махсус тәғәйенләнештәге инженер-штурм ротаһында хеҙмәт иитеүселәр. Был төркөм Үҙәк хәрби округтағы ошондай берҙән-бер төркөм. Махсус ҡалҡан, төтөн ебреүсе граната һәм һыуңынан операцияның төп өлөшө.
Артабан иһә биләмә таҙартыла.
Тағы ла бер полигонда махсус рота биләмәне шартлатҡыстарҙан таҙарта. Бында төп бурыс кинолог иңендә. Әйткәндәй, айырым өйрәтелгән эт Сүрәүәләге операцияларҙа ла ҡатнашҡан. Шартлатҡыс табылған урынға иһә, кинологтан һуң сапер йүнәлә. Махсус кейем 8-се төргә ҡарай. Тимәк, был костюм өсөн пехота миналарының береһе лә ҡурҡыныс менән янамай.
Кобра тип исемләнгән был робот сапер шартлатҡысты икенсе урынға күереү генә түгәл,ә уны шунда уҡ шартлата ла ала. машина менән идара итеүсе оператор иһә хәүефһеҙ урында. МРК-17 машинаһының ауырлығы 60 килограмм булһа ла, техника күсмә диспетчер пункты ярҙамында хәрәкәт итә.
УР-77 машинаһы менә бергә Алкинолағы часткә яңыраҡ Т-90танкы базаһына ҡоролған махсус техника килтерелгән. Уларҙың береһе мина тралы менән йыһазландырылған. Тимәк, ул шартлатҡыстарҙы шунда уҡ иҙеп, танк менән пехота өсөн юл һала. Тағы ла бер машина иһә урмандарҙы таҙарта, уның өсөн хата янғындар ҙа ҡурҡыныс түгел.
Инженер ғәскәрҙәре бөгөн Рәсәй армияһының авангард көсө. Илдең Ҡораллы көстәре өсөн плацдарм әҙерләү генә түгел, ә бер-ниә минут эсендә понтон күперҙәр төҙөү, электр линияларын уҙғарыу менән бер рәттән ер аҫтында һыу ҙа табыу. Ил ғәскәре алдындағы бик күп мәсьәләлр тап инженер бригадаларына йөкмәтелгән. Тәжрибә күнекмәләрҙән килә. Шуға ла үҙҙәренең һөнәри байрамын был бригада һалдаттары яңы техниканы һынауҙа, тикәм,полигондарҙа ҡаршылай.