Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

Тулыраҡ: Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен. Өфөлә “Мин өлһөйәр” йәмәғәт ойошмаһы үткәргән “Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм” 3-сө республика конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Конкурска Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 250-нән ашыу ижади эш ҡабул ителгән. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә.

Шәжәрә — теге йәки был ырыу-ҡәбиләнең быуындан-быуынға аманатлап тапшырылған тарих яҙмаһы. Уның барлыҡҡа килеүе һәм бөгөнгәсә йәшәүе — әллә нисә быуын вәкилдәре хеҙмәте. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең нәҫеле, ырыуы тураһында мәғлүмәттәрен һаҡлап ҡалып, шәжәрә аша беҙгә еткерергә тырышҡан. “Мин өлһөйәр” ойошмаһы үткәргән республика конкурсы ла ошо йәһәттән уҙғарыла.

“Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм” 3-сө республика конкурсына 250 ашыу ижади эш тапшырылған. Һәр ҡатнашыусы төрлө архив материалдарына таянып үҙенең нәҫеле, ырыуы, уның тарихы тураһында яҙа. Жюри ағзалары, республиканың милли архивы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бөтә эштәр ҙә бай һәм тәрән мәғәнәле.

Еңеүселәрҙең иң йәшенә 7, ә иң өлкәненә 63 йәш. Бижбүләк районынан килгән Муллағәлиевтар ғаиләһе был конкурска үҙ шәжәрәһен төҙөп тапшыра һәм лайыҡлы 1-се урын яулай. Шәжәрәңде, тарихыңды, нәҫелеңде өйрәнеү һәм белеү һәр кемдең төп бурыстарының береһе, ти улар.

Конкурста мәктәп уҡысылары һәм студенттар ғына түгел, ә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хатта хаҡлы ялдағылар ҙа ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта.

Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Ысынлап та, үткәнеңде белмәйенсә алға барырға тырышыу ҡараңғыға атлауға тиң. Ә был конкурс иһә киләсәккә юл асыусы, йәш быуынға яҡты нур һибеүсе сара тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ.