Кейеҙ баҫыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән шөғөлө. Ата-бабаларыбыҙ кейеҙҙе төрлөсә файҙаланған, ғөмүмән, ул халыҡтың йәшәйешенең, көнкүрешенең айырылғыһыҙ өлөшө. Һуңғы осорҙа онотола барған был йола яңынан тергеҙелә. Хәбәрсебеҙ Закир Шәриповтың Ейәнсура районынан әҙерләнгән репортажы.
Элегерәк ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған кейеҙ баҫыу серҙәрен ауылда йәшәгән инәй-апайҙар өйрәтһә, хәҙер сәнғәт мәктәптәрендә лә боронғо был шөғөлдөң төп нескәлектәренә төшөндөрәләр.
Балаларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығын уятыу өсөн дәрестәр уйын формаһында ойошторола. Белгестәр әйтеүенсә, уйын аша уҡыусылар кейеҙ баҫыуҙы тиҙерәк үҙләштерә.
Бында кейеҙҙе ҡоролай йә һыулап баҫырға өйрәтәләр. Уйынсыҡ эшләү, һүрәт төшөрөү серҙәре лә ситтә ҡалмай. Яңыраҡ яңы йүнәлеш нунофелтинг менән шөғөлләнә башлағандар.
Сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр район, зона һәм халыҡ-ара конкурстарҙа даими ҡатнаша. Уларҙа тап биҙәү-ғәмәли сәнғәте бүлеге вәкилдәре күпселек наградаларҙы яулай.
Сәнғәт мәктәбендә 11 йүнәлеш буйынса белем бирәләр. Өҫтәлмә белем биреү учреждениеһында 5 йәштән 16 йәшкәсә 76 бала шөғөлләнә. Оҙаҡ йылдар эшләп килгән сәнғәт мәктәбенә әле ремонт талап ителә.