Республиканың башҡалаһында бөгөн туғыҙ баллыҡ тығындар теркәлде

Тулыраҡ: Республиканың башҡалаһында бөгөн туғыҙ баллыҡ тығындар теркәлде

Өфөнөң үҙәк өлөшөндә, Черниковка, Сипайлово биҫтәләрендә ул саҡырымдарға һуҙылғайны. Күп кенә водителдәр көслө ҡар яуыуын иҫәпкә алмай, ғәҙәттәгесә хәрәкәт итергә тырыша. Ошо сәбәпле бихисап авариялар, теркәлде, уларҙың эҙемтәһе булараҡ тығындар барлыҡҡа килде.

Республикала бөгөн дә ҡар яуасаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш идаралыҡ водителдәргә мөрәжәғәт итеп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы. Бәлә-ҡаза булғанда мотлаҡ 112 номерына шылтыратырға кәрәк.