Благовещен ҡалаһында беренсе сентябрьгә үҙ ишектәрен асырға тейешле мәктәп әле булһа файҙаланыуға тапшырылмаған. Икенсе смена мәсьәләһе хәл ителмәй, уҡыусылар алыҫ урынлашҡан мәктәптәргә йөрөп уҡырға мәжбүр.
Тимур Сәфиуллин өсөн беренсе класс етди һынауға әйләнде. Уға алыҫта урынлашҡан мәкәпкә йөрөп уҡырға тура киләсәк. Рита Гәрәеева өс бала әсәһе. Оло ҡыҙы алтынсы, ә уртансы улы беренсе класта белем ала. Кескәй улымдың дәрестәре иртәрәк бөтөү сәбәпле, ике йәшлек сабыйымды бер үҙен йортта ҡалдырып, мәктәпкә барырға мәжбүрмен, ти йәш әсә. Благовещен ҡалаһында ҙур яңы мәктәп “Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 обьект” проекты сиктәрендә төҙөлгән. Тик биш ай элек үк уҡыусыларҙы ҡабул итергә тейешле уҡыу йорто ни сәбәптәндер һаман эшләп китә алмай.
Мәктәптең һаман уҡыусыларҙы ҡабул итмәүе ата-әсәләрҙе борсоуға һала. Етәкселәр иһә был хәлде мәктәптең тулыһынса йыһазландырып өлгөрмәүе менән аңлата. Мәктәп төҙөлөп бөткән. Унда заманса китапхана, информатика, фотолаборатория бүлмәле буласаҡ. Был иһә уҡыусыларға беренсе кластан уҡ һөнәр һайларға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ, бында техник йүнәлеш буйынса ла уҡытасаҡтар. Мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн дә шарттар тыуҙырылған. усағы балаларҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер, тиергә мөкин. Кластар ҙа бар кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған.
Быйылғы уҡыу йылында уҡыусыларҙы ҡабул итәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләй етәкселәр. Районда 20 мәктәп бар, уларҙа 6 мең 200-ҙән ашыу бала уҡый. Һуңғы йылда ғына уҡыусылар һаны 700-гә артҡан. Йәғни, яңы мәктәп көн талабына әйләнгән.