Омский өлкәһенең Светлый ҡасабаһында хәрби бүлектең казармаһы емерелеү сәбәпле ҡуҙғатылған енәйәт эше сиктәрендә полковник Олег Пономарев ҡулға алынған

Тулыраҡ: Омский өлкәһенең Светлый ҡасабаһында хәрби бүлектең казармаһы емерелеү сәбәпле ҡуҙғатылған енәйәт эше сиктәрендә полковник Олег Пономарев ҡулға алынған

Ул ғәйебен өлөшләтә генә таныған. Был фажиғәлә Башҡортостандан 5 һалдат һәләк булды. Омскиҙа бина емерелеүе арҡаһында Салауат районынан Рөстәм Шәйхуллин менән Ранис Алтынбаев, Саҡмағоштан Фидан Мәмлиев һәм Белореттан Вадим Нафиҡов вафат булды. Һәләк булыусылар араһында Сибайҙан Рөстәм Йомағолов та бар. Рөстәм мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәште, алсаҡ егет ине, тип хәтирәләре менән уртаҡлашты уның уҡытыусыһы.Фәжиғәлә Салауат районынан бер юлы ике егеттең ғүмере өҙөлдө. Рөстәм Шәйхуллин менән Ранис Алтынбаев яҙғыһын ғына хәрби хеҙмәткә алынған булған. Уларҙы урындағы хакимиәт белгестәре лә тик яҡшы яҡтан хәтерләй. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Омскиҙа вафат булған Башҡортостан һалдаттарының туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. „Һеҙҙең ғаиләгеҙгә килгән ауыр ҡайғыны уртаҡлашам. Омскиҙа булған фәжиғә тураһында хәбәр республика халҡын да битараф ҡалдырманы. Был ваҡытта барыбыҙҙы ла ниндәй хистәр биләгәнен әйтеүе лә ауыр. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға, сыҙамлыҡ һәм түҙемлек теләйем.„ тиелә Рөстәм Хәмитовтың десантсыларҙың ата-әсәләренә ебәрелгән телеграммаһында.Омскийға вафат булған һалдаттарҙың ата-әсәләре юлланды. Улар хәрбиҙәрҙән аңлатма талап итә.Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу фәжиғә буйынса ентекле тикшереү ойошторорға ҡушты. Бойороҡҡа ярашлы, ведомствоның махсус комиссияһы хәрби ҡаласыҡтағы барлыҡ казармаларҙы тикшерә. Үҙәк сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, медицина учреждениеһына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Владимир Петров та оҙатылған. Омск дауаханаһы табиптары билдәләүенсә, ул ауыр хәлдә.Омскийҙа казарма емерелеү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рәсәйҙең тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, Һауа-десант ғәскәрҙәренең 242-се уҡытыу үҙәге етәксеһе ҡулға алынған. Һорау алыу ваҡытында Олег Пономарев өлөшләтә үҙенең ғәйебен таныған. Олег Пономарев әйтеүенсә, һалдаттарҙы казармаға урынлаштырырға ул рөхсәт биргән. Шаһиттар билдәләүенсә, ваҡиға бер нисә секунд эсендә булған. Омскиҙа һәләк булған һалдаттар ғаиләләре һәм уларҙың яҡындарына компенсация түләнәсәк. Ҡануниәткә ярашлы, уларға ике миллион 337 мең һум күләмендә страховка һәм 3 миллион ярым һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған пособие ҡаралған. Бынан тыш, һалдаттарҙың әсәйҙәре илле, ә атайҙары илле биш йәштән пенсияға сыға ала.