Сибайҙа бер урамда зарарлы матдәләр норманан 2,5 тапҡырға артып киткән

Тулыраҡ: Сибайҙа бер урамда зарарлы матдәләр норманан 2,5 тапҡырға артып киткән

Сибайҙа бөгөн бер урамда зарарлы матдәләр норманан 2,5 тапҡырға артып киткән. Был турала ҡала хакимиәтендә үткән брифингта ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкиле Кирилл Первов белдерҙе. Кисә һауа 49 тапҡыр тикшерелгән. Көкөрт диоксиды менән көкөрт водороды миҡдарының норманан ашыу кимәле теркәлмәгән.