Бәләбәйҙә полиция хеҙмәткәрҙе өй туйлай

Тулыраҡ: Бәләбәйҙә полиция хеҙмәткәрҙе өй туйлай

Ҡалала район эске эштәр бүлегенең яңы бинаһы асылды. Тәртип һағында тороусыларҙы был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға Республика етәксеһе лә килде. Объектты төҙөүгә һәм йыһазландырыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Радий Хәбиров полиция хеҙмәткәрҙәренең кабинеттарын ҡараны, ваҡытлыса тотоу изоляторындағы шарттар менән танышты. Республика етәкселеге эске эштәр министрлығына матди-техник тәьминәттә артабан да ярҙам итәсәк, тине Радий Хәбиров.