Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сорғот-Мәскәү рейсы менән осоусы бер пассажир бортта тәртипһеҙлек ойоштороусыны ҡулға алыуҙы видеоға төшөргән. Иҫереп алған ир пилоттар кабинаһына инеп курсты үҙгәртеүҙе талап итә. Был кадрҙарҙа һеҙ махсус хеҙмәттәрҙең ирҙе ҡулға алған мәлен күрәһегеҙ. Рәсәйҙең тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Бағдат харабаларында тәгәрмәсле мәктәп эшләй башланы. Уҡытыусылар ватыҡ автобусты 50 балаға иҫәпләнгән мәктәпкә әйләндергән. Был проект менән шөғөлләнеүсе йәмәғәт ойошмаһы террорсыларҙан азат ителгән биләмәләрҙә ошондай тағы ла 20 мәктәп эәшләргә ниәтләй. Күп балаларға был белем алыу берҙән-юер мөмкинлек.

Франция сит ил эштәре министрлығы Италия илсеһен саҡыртып алды. Быға тиклем Италия сәйәсмәне Францияны неоколониализмда һәм миграция көрсөгөнә булышлыҡ итеүҙә ғәйепләп Парижға ҡарата санкциялар индерергә тәҡдим иткәйне. Рәсми Париж Италия вәкиленең белдереүен мәғәнәһеҙ тип атаны.

Хабаров крайында хәрбиҙәр Бурея һыуһаҡлағысында 10 тонна тротил шартлатҡан. Операцияла рәсәй Оборона министрлығынан 190 хәрби ҡатнаша. Улар алдында һыу үткәреү өсөн каналды киңәйтеү маҡсаты ҡуйылған. Декабрҙә ер ишелеү сәбәпле Бурея йылғаһы быуылғайны. Был иһә яҙғы ташҡын мәлендә күп кенә ауылдарҙы һыу баҫыуға килтереүе ихтимал.

Мәрхәмәтлелек программаһы сиктәрендә Сүриә президенты Башар Асадтың ҡатыны Дамаск дауаханаһында ятҡан һаңғырау малайға кохлеар имплантант бүләк иткән. Уның ярҙамында сабый тәүге тапҡыр тауыштарҙы ишетә башлаған һәм президенттың ҡатынына үҙенсәлекле сәләм юллаған.