Стәрлетамаҡта яңы уҡыу йорто үҙ ишектәрен аса

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта яңы уҡыу йорто үҙ ишектәрен аса

Стәрлетамаҡта тиҙҙән 18 мең квадрат метрлы яңы уҡыу йорто үҙ ишектәрен асасаҡ. 1 мең 225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптә балалар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Һәр бер бүлмәлә уҡыусы интерактив таҡта менән ҡуллана ала. Икенсе ҡатта биш йөҙ урынға тәғәйенләнгән тамаша залы эшләйәсәк. Бынан тыш, уҡыусылар өсөн мәктәп ихатаһында волейбол, футбол һәм баскетбол уйындары өсөн ҙур майҙан да бар. Мәктәп Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы яңы биҫтәлә урынлашҡан һәм ул “Башҡортостандың йөҙ йыллығына -йөҙ обьект” исемлегенә ингән.