Һигеҙ йәшлек герой

Тулыраҡ: Һигеҙ йәшлек герой

Өфөлә һигеҙ йәшлек малай мәкегә төшөп киткән баланы ҡотҡара. Ҡариҙел йылғаһы буйында тауҙан шыуып йөрөгән сағында балаларҙың береһе боҙ ярылып һыуға төшә. Йәш ҡотҡарыусы юғалып ҡалмайынса ярҙамға ашыға. Урал Исмәғилев ул көндө ҡурҡыныс төш кеүек кенә иҫкә ала. Тауҙан шыуыу ундай хәүефле булыр, тип уйламағайным, ти ул. Боҙ ярылып 5 йәшлек Тимур һыуға бата башлай. 8 йәшлек Дима ҡаушап ҡалмай, уның ҡулынан тотоп ҡалып, лөкәндәрҙе ярҙамға саҡыра.Ҡотҡарыусыны табыр өсөн Урал социаль селтәрҙәргә иғлан яҙа. Йәш герой ярты көн эсендә табыла.Йәш ҡотҡарыусыға рәхмәт әйтер өсөн Урал уны атаһы менән ҡунаҡҡа саҡыра. Диманың һүҙҙәренсә, Тимурҙың мәкегә төшөп киткәнен күреү менән ул шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙа. Тартып сығарырға хәле етмәгәнен аңлағас, ярҙам саҡыра. Инорс биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы ярындағы тау ҡала халҡының яратҡан урындарының береһе. Тик ҡыҙғанысҡа, күптәр ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онота. Йәш ҡотҡарыусы үҫкәс полиция хеҙмәткәре булырға хыяллана. Уның атаһы әйтеүенсә, ошо көндәрҙә Диманы ҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре лә ҡунаҡҡа саҡырып, рәхмәт хаты тапшырырға ниәтләй.