Бер юлы өс бәхет

Тулыраҡ: Бер юлы өс бәхет

Белорет районы Сәрмән ауылында йәшәүсе Тимербаевтар ғаиләһен ишәйтеп көтмәгәндә ике ул һәм бер ҡыҙ донъяға килгән. Әммә ете кешенән торған ғаиләне хәҙер торлаҡ мәсьәләһе борсой. Элекке йорттарының бәләкәй булыу сәбәпле, йәш әсә хәҙер сабыйҙары менән ҡалала ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирҙа йәшәргә мәжбүр. Эмир, Рэмир һәм Эзабел... Тимербаевтар ғаиләһе сабыйҙарына исемдәрҙең дә йыш осрамағанын һайлаған. Бер юлы өс игеҙәк бала тыуыу-улар өсөн мөғжизә лә, көтөлмәгәнлек тә. Асыҡланыуынса, УЗИ үткәндә йәш әсәне тиҙҙән һеҙҙең игеҙәктәр тыуасаҡ, тип шатландыралар. Балалар билдәләнгән ваҡыттан алда тыуалар. Ике ай самаһы табиптар күҙәтеүендә булғандан һуң сабыйҙар яйлап ауырлыҡ йыя башлаған. Сабыйҙарҙың иҫән-һау донъяға килеүенә Тимербаевтар шатланып бөтә алмай. Улар үҙҙәрен иң бәхетле ата-әсә тип иҫәпләй. Әммә ғаиләнең дауаханан сыҡҡас, барып төпләнер урыны юҡ. Тәүҙә йәш ғаилә Белорет районы Сәрмән ауылында 16 квадрат метрлыҡ йорт һатып алған. Ғаилә ишәйеү айҡанлы, улар шул уҡ урамда яңы йорт төҙөй башлаған. Тик сабыйҙарҙың алда тыуыуы сәбәпле, өй әлегә әҙер түгел.Өйҙө тулыһынса эшләп бөтөү өсөн яҡынса йәнә ике ай ваҡыт талап ителә. Бында яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүлмә һайланған. Әммә хәҙер 64 квадрат метрлы йорт та Тимербаевтарға тар. Тимербаевтарҙың ике бәхете-Юльян һәм Вилиан исемле улдары ла бар. Бер юлы өс бәпәйгә ағай булыуҙары менән улар ҡыуанып бөтә алмай. Тик торлаҡ мәсьәләһе хәл ителмәгәнгә күрә, улар бәпестәрҙе йыш күрә алмай. Үҙҙәре лә әле ата-әсәһенән айырылып, туғандарында йәшәй. Йорт хужаһы торлаҡ төҙөкләндереү һәм ике улын ҡарау менән шөғөлләнһә, ә йәш әсә хәҙер ауылда яңы тыуған сабыйҙар өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырылмау сәбәпле, ҡалала ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирҙа йәшәргә мәжбүр. Хәҙер Тимербаевтар йәшәү урыны өсөн генә айына ун меңгә яҡын аҡса түләргә тейеш. Ғаиләнең тарҡалыуы ла ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, тип зарлана улар. Йәш ғаиләгә яҡындары төрлө яҡтан ярҙам күрһәтергә тырыша, әлбиттә. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү маҡсаты менән улар Белорет район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Бынан тыш, мәктәптә белем алған Юльян һәм Вилианға бушлай ашау ҙа ҡаралған. Өс игеҙәк төбәктә йыш осрай торған хәл түгел. Шуға ла Тимербаевтар ғаиләһенә хәҙер торлаҡ мәсьәләһенең тиҙ арала хәл ителеүенә өмөтләнеп көтөргә ҡала.