Бөгөн иртән, республика райондарында 40 градусҡаса һыуытты. Ошондай температура Баймаҡ районындағы таһир ауылында теркәлде. Биләмәлә иртәнге сәғәттәрҙә 39-40 градус булған. Сасҡау һалҡындар араҡаһында балаларҙың мәктәпкә йөрөүе сикләнә. Ейәнсура районындағы Абзан ауылында ла бөгөн 35-40 градуслыҡ һалҡын булған. Ә Көйөргәҙеләге Мораптал мәктәбендә бөгөн дәрестәр ваҡыты ҡыҫҡартыла. Һыуыҡ көндәр мәлендә балаларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн айырым саралар ҙа күрелә. Иртәгәнән иһә республикала һауа торошо йәнә үҙгәрәсәк. Башҡортостанда ҡар яуып буран сығыуы фаразлана. Шәмбелә иһә төбәктә тағы ла һыуытырға тейеш.
Башҡортостанда ғинуар рекордтары
Тулыраҡ: Башҡортостанда ғинуар рекордтары