Бөгөн Сибай халҡы һаулыҡ һаҡлау министры менән осраша

Тулыраҡ: Бөгөн Сибай халҡы һаулыҡ һаҡлау министры менән осраша

Сибайҙа бөгөн Көкөрт диоксиды менән көкөрт водороды миҡдарының норманан ашыу кимәле теркәлмәгән. Был турала бөгөн ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе. Бөгөн Сибай халҡы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры менән осраша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибайҙа ай ярым элек иҫке карьерҙа руда ҡалдыҡтары химик реакцияға инеү һөҙөмтәһендә һауаға зарарлы газдар сыға башлағайны. Ҡала халҡы тын алыу ауырлашыуына, баш ауыртыуына зарланды. Әле урында Өфөнән килгән табиптар халыҡты ҡабул итә. Ошо көндәрҙә Ҡырымға ял итергә барасаҡ 500 баланың исемлеге лә асыҡланырға тейеш. Әле мәктәп һәм балалар баҡсаларында тышҡа сығыу сикләнгән, һөт таратыу ойошторолған. Дарыуханаларҙа бушлай битлек һәм активлаштырылған күмер алырға мөмкин.