Ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмер

Тулыраҡ: Ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмер

Белорет районы Тирлән ауылында йәшәүсе Еникеевтар ғаиләһе ҡыҙының үлемендә урындағы дауахана табиптарын ғәйепләй. Әгәр ҙә табиптар анализдары насар булыуын күреп тә, дауаханан сығармаһалар, бәлки пациентты ҡотҡарып булыр ине, тип иҫәпләй улар. Был мәсьәләне тәфтиш комитеты тикшереүгә алған. Таһир Еникеевҡа хәҙер ҡыҙының һәр ваҡыт тик алсаҡ күңелле булыуын һәм донъяға нисек шатланып йәшәүен иҫләп һөйләргә генә ҡала. Теүәл бер йыл ул дөрөҫлөктө асыҡлай алмай. Былтыр март айында ҡыҙы Лилиә ҡаты ауырып китә. Таһир Еникеев һүҙҙәренсә, ҡыҙының анализдары насар булыуға ҡарамаҫтан, урындағы район табиптары уны дауаханан сығарған. Ҡатындың хәле көндән көн насарайғас, атаһы уны урындағы Тирлән дауаханаһына алып барған. Тик бында ла пациентҡа бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтмәнеләр, тип зарлана ул. Таһир Еникеевты район табиптарының пациенттарға ҡарата һүлпән мөнәсәбәттә булыуы аптырашта ҡалдыра. Әгәр ҙә табиптар тиҙ арала дауалай башлаһалар, бәлки уны ҡотҡарып та булыр ине, тип һанай ата-әсәһе. Ҡатындың ата-әсәһе уны Өфө дауаханаһына һалырға ла тәҡдим иткән. Ләкин табиптар уны юлда йөрөтөүе ҡурҡыныс, тип таба. Ауыр хәлдә йөрөгән пациент Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында ятҡан. Әммә табиптар уның ғүмерен ваҡытында ҡотҡарып өлгөрә алмай. Тыуған көнөнә тиклем ни бары бер ай ваҡыт ҡалғас, ҡатын хирург бүлегендә үлә. Ә урындағы табиптар иһә пациент дауаханан үҙ теләге менән сығыу өсөн ғариза яҙҙы, тип раҫлай. Әммә ҡултамға ҡуйылған ҡағыҙҙы улар ҡыҙҙың ата-әсәһенә хоҡуҡ һаҡлау органдары был мәьсәлә буйынса эш башлағас ҡына күрһәтәсәк. Тәфтиш комитетына ла был мәсьәлә яҡшы таныш. Хәҙер Лилиә Хисәметдинованың берҙән бер ун биш йәшлек улы тороп ҡалған. Суд ултырышында ваҡытында дауалау башлаһалар, ҡатынды ҡотҡарып булыр инеме тигән һорауға хәҙер яуап алыу Таһир Еникеевтың берҙән –бер теләге. Табиптарҙан ул матди һәм әхлаҡи зыян өсөн аҡса һорай.