Америка Ҡушма Штаттарының Флорида штатында аттар енәйәтсене тоторға ярҙам иткән. Вертолеттан төшөрөлгән видеояҙманан күренеүенсә, өс ат үҙенең биләмәһендә сит кешене күреп ҡалалар ҙа, баҫтырырға тотоналар. Енәйәтсе йылҡы малынан ҡасап тип, полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡулына ғына килеп эләккән. Уны таныҡлыҡһыҙ автомобиль йөрөтөүҙә һәм ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә ғәйепләйҙәр.
Рәсәйҙең федераль именлек хеҙмәте илдең 32 төбәгендә ҡорал эшләүсе йәшерен оҫтаханалар барлығын асыҡлаған. Уларҙы тентеү ваҡытында 18 автомат, 126 пистолет һәм ревовер, “Шмель” реактив огнеметы, гранаталар тартып алынған. 86 кеше ҡулға алынған.
Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты Сорғот-Мәскәү рейсы менән осоусы самолетты ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнгән 41 йәшлек Павел Шаповаловтан һорау алды. 22 ғинуар самолет һауаға күтәрелгәс ул пилоттар кабинаһына инеп Әфғанстанға осорға талап итә. Ир ғәйебен таныған. Тиҙҙән ул психиатр тикшереүен үтергә тейеш.
Рәсәйҙә эшләнгән яңы Аурус лимузинына һынауҙар үткәргәндәр. Краш-тесттың видеояҙмаһын Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы күрһәткән. 2019 йылда ошондай 120 машина сығарыу планлаштырыла. Әйткәнәй, был лимузин Рәсәй президенты Владимир Путиндың төп эш автомобиле.
Владимир Путин виртуаль киңлектә. Ил президенты Мәскәү дәүләт университетына эш сәфәре менән барған саҡта студенттарҙың проект эштәре менән танышҡан. Йәштәр антропология музейының экспонаттарын цифралы форматҡа күсергәндәр. Хәҙер улар менән виртуаль донъяны күрергә форсат биргән күҙлек кейеп танышырға мөмкин.