Блокада икмәге

Тулыраҡ: Блокада икмәге

27 ғинуарҙа Ленинград ҡамауын өҙөүгә 75 йыл. Был иҫтәлекле дата Башҡортостанда ла билдәләнә. Хәтер сараларының береһе Бөрө ҡалаһында үтте. Ғинуарҙың егермеләренә Бөрө ҡала икмәк комбинатында бишенсе йыл рәттән “блокада икмәге” бешерелә. Ҡамауҙағы ҡалала бары һигеҙ ай йәшәгән Инна Васильевна шул икмәктең тәмен һаман хәтерләй. Ул бындай хуш еҫле лә, ҡабарып бешкән дә түгел ине, әммә ошо 125 грамлыҡ бер киҫәк һәм Невала уйылған мәкенән алған һыу аслыҡтан ҡотҡарыу сараһы булды, ти. Ҡамауҙағы ҡала халҡы михнәттәрен мәңге онотмаҫҡа һәм киләсәк быуында һуғышҡа нәфрәт тәрбиәләргә тигән маҡсатты Бөтә Рәсәй эҙәрмәндәр фондының Башҡортостан отряды бойомға ашыра. Бөрөлә бешкән блокада икмәген улар 27 ғинуарҙа Санкт-Петербургта таратырға әҙерләнә. Ҡамауҙағы Ленинград икмәге арыш онона көрпә, ағас онтағы, хатта ҡайыр кеүек ҡушымталар һалып баҫылһа, Бөрө икмәкселәре бөгөн блокада икмәген тик арыш ононан бешерә. Ҡамырҙа тоҙ менән әсеткенән башҡа ҡушымталар юҡ. Технологияны үҙебеҙ уйлап сығарҙыҡ, ти икмәк бешереүселәр. Икмәкхана өсөн хәтер акцияһында ҡатнашыу Ленинград халҡы ғына түгел, ә Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған һәр кешегә ихтирам күрһәтеү мөмкинлеге. Ҡара икмәкте 125-әр грамлыҡ киҫәктәргә бүлеп улар уҡыу йорттарына тапшыра. Уҡыусылар һәм студенттар ойошторған хәтер дәрестәренең йәштәр күңеленә йоғонтоһон тәрәнәйтер өсөн. Бөрө политехник техникумында Ленинград блокадаһын өҙөүгә арналған сәғәт үҙ эсенә ветерандар менән осрашыуҙы ла, тарихи фильмдар ҡарауҙы ла һыйҙыра. Шулай ҙа тәьҫораттарҙың иң тәрәне блокада икмәгенә бәйле. Аслыҡҡа дусар кешеләрҙең көндәлек нормаһы тураһында дәреслектәрҙән билдәле, әммә уның ошондай кескәй киҫәк икәнен күҙ алдына ла килтергәнем булманы, ти Аделина Хәтмуллина. Блокада икмәгенең ҡиммәте бөйөк халыҡтың бөйөк батырлығын дәлилләп кенә ҡалмай. Бөгөнгө муллыҡта был ғәмәл битарафлыҡҡа сик һала. Кешеләрҙә ихласлыҡ, мәрхәмәтлек һәм теләктәшлек тойғоларын нығыта.