Яңыртылған спорт мәктәбе

Тулыраҡ: Яңыртылған спорт мәктәбе

Стәрлетамаҡта капиталь ремонттан һуң икенсе һанлы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт мәктәбе эш башланы. Яҡынса бер мең ярым уҡыусы йөрөгән үҙәктә һаулыҡты нығытыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Ярты йыл эсендә спорт мәктәбенең ҡыйығы, диуары ремонтлана. Бынан тыш, бассейндың һыуын алыштырыу ҡорамалы яңыртылған. Бассейнға хәҙер уҡыусыларҙан тыш, теләгән һәр кем йөрөй ала. Алдағы йылдарҙа республика һәм бөтә Рәсәй буйлап уҙғарылған конкурстарҙы үткәреү һәм кешеләрҙе сәләмәт тормош алып барырға саҡырыу-спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты.