Ошо сәбәпле транспорт хәрәкәте ҡатмарлашты. Әйтәйек, Өфөлә туғыҙ, хатта ун баллыҡ тығындар барлыҡҡа килде. Башҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыуға әле барлыҡ көстәр йәлеп ителгән. Бөгөн көслө буран арҡаһында баш ҡалала хәрәкәт итеү ҡыйынлашты. Водителдәр бер-нисә сәғәт тығында торорға мәжбүр булды. Водителдәр һауа торошона, юлдағы тығындарғы ризаһыҙлыҡ белдерһә лә, йәйәүлеләр өсөн иһә ҡар яуып, буран сығыуы ҡыштың төп сағылышы.
Башҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыуға әле барлыҡ көстәр йәлеп ителгән. Машиналар күп йөрөгән ерҙә авариялар. Коммуналь хеҙмәттәр бар көсөн һалып эшләһә лә, өлгөрә алмай... Буран юлды яңынан ҡаплап китә. Мәғлүм булыуынса урамдарҙа 300-гә яҡын берәмек техника эшләй. Күп кенә водителдәр көслө ҡар яуыуын иҫәпкә алмай, ғәҙәттәгесә хәрәкәт итергә тырыша. Ошо сәбәпле бихисап авариялар, теркәлде, уларҙың эҙемтәһе булараҡ тығындар барлыҡҡа килде.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш идаралыҡ водителдәргә мөрәжәғәт итеп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы. Бәлә-ҡаза булғанда мотлаҡ 112 номерына шылтыратырға кәрәк.