Өфөнөң Артезиан урамындағы күп ҡатлы йорттоң ҡайһы бер фатирҙарында йылы биреүҙе туҡтатҡандар. Һөҙөмтәлә кешеләр һыуыҡтан интегә. Өс йәшлек Аня, фатирҙа һалҡын булғас, ҡат-ҡат кейенә. Ә дүрт айлыҡ һеңлеһенең тән температураһын әсәһе ярты сәғәт һайын тикшереп тора. Фатирға тәүлек әйләнәһенә йылы бирелмәй. Хужалар сараһыҙҙан электр йылытҡыс ҡуйғандар. Ә икенсе фатирҙа 95 йәшлек инәй ҙә шәлгә төрөнөп ултыра. Бөйөк Ватан һуғышының михнәттәрен кисергән ветеран, хәҙерге заманда һыуыҡтан, аслыҡтан интегерен күҙ алдына ла килтермәгән. Шулай ҙа һалҡынға түҙеп була, ә бына һөрөм еҫенән үҙемде насар тоя башланым, ти ул.
Ысынлап та, башҡа фатирҙарҙың хужалары ла ошондай уҡ хәлгә зарланып, авария хеҙмәтенә күп тапҡырҙар мөрәжәғәт иткән. Тап шуға, уның сәбәбен асыҡлағансы, йорттағы 20 фатирға газ һәм йылы биреүҙе туҡтатҡандар. Әйткәндәй, йорт яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған. Әлегә уның 30 процентына ғына кешеләр күсеп сыҡҡан.
Был фатирҙа ла күп балалы ғаилә йәшәй. Тик әлегә бында берәү ҙә юҡ. Үҙҙәрен насар тойғанға, әсәне балалары менән бергә дауаханаға алып киткәндәр. Улар медицина тикшеренеүе үткәнсе, белгестәр йортто тикшерә. 65 фатирҙан, 20-һендә газ һәм йылытыу ҡоролмаларының эшендә етешһеҙлектәр асыҡланған. Газ ҡоролмаларын файҙаланыуҙа проблемалар ни өсөн барлыҡҡа килгән һәм ағыулы газдың фатирҙарға таралыуында ғәйепле бер-нисә көндән экспертиза һөҙөмтәләре буйынса билдәле буласаҡ. Әлегә бөтә көстәр етешһеҙлектәрҙе юҡ итеүгә һәм фатирҙарға йылы ебәреүгә йүнәлтелгән.