Иглин районы хакимиәтенең элекке баш архитекторына хөкөм ҡарары сығарылды. Ул проекты булмаған килеш бер ойошмаға йорттар төҙөргә, аҙаҡ төҙөлөп бөтмәйенсә, ундағы фатирҙарҙы һатырға рөхсәт биргән.Ике йәшлек Лиза үҙе төшөргән һүрәттәрҙе танып тора. Ике ай элек кенә Зәйнуллиндар ғаиләһе ошо үҙҙәренең фатирында көн иткән. Тик райондың опека органдары йәш ата-әсәгә бынан күсеп китергә ҡушҡан, юғиһә дүрт балаһын да тартып алабыҙ тигәндәр. Бар сәбәп – уларҙың фатирында йәшәү шарттары насар. Өр-яңы йорт булһа ла, бында ут та, һыу ҙа юҡ. Хатта төҙөлөп тә бөтмәгән. Хәҙер йәш ғаилә бер юлы ипотека ла түләй, ҡуртымға фатир алып та йәшәргә мәжбүр. Башҡа сара юҡ, яңы йортта балалар менән тороу ҡурҡыныс. Ҡаттар араһындағы баҫҡыстарҙың яндауырҙары булмауы һәм һаман да төҙөлөш материалдары ятыуы бындағы шарттарҙы ғүмер өсөн хәүефле тип күрһәтә. Шулай экспертиза был һәм ҡаршылағы йотто йәшәүгә яраҡһыҙ тип тапҡан.
Хәбәрсе. Ике йөҙләгән ғаилә ошондай уҡ хәлдә ҡалған. Бер кварталда алты йорт ҡалҡып сығырға тейеш булған. Өсәүһе төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған. Тик ғәмәлдә бер йорт ҡына йәшәүгә яраҡлы. Ҡалған икәүһендә халыҡ үҙ аҡсаһына ремонт эшләп, ҡыйығын яптырһа ла, уларҙы кире һүтеүҙәре ихтимал. Ямалетдиновтар ҙа хәҙер баҡсаларындағы участкала йәшәргә мәжбүр. Өлкән йәштәгеләр үҙҙәрен насар тойһа ла, Иглинға судҡа килгән. Сөнки бында тап ошо йорттарҙы проект документтары булмайынса төҙөргә һәм аҙаҡ төҙөлөп бөтмәйенсә, ундағы фатирҙарҙы һатырға рөхсәт биргән райондың баш архитекторына хөкөм сығаралар. Үҙенең ғәйебен танымаһа ла, Миҙхәт Солтановтың шартлы рәүештә булһа ла, иркен сикләнеләр. Тик прокуратура вәкиле был ҡарар менән риза түгел һәм Юғары судҡа мөрәжәғәт итәсәк. Алданыусыларға көтөүҙән башҡа сара ҡалмай. Яҡын арала төҙөлөп бөтөлмәгән ике йортҡа экспертиза эшләнеп, ыңғай һөҙөмтәләр алынһа, төҙөлөштө тергеҙер өсөн инвестор эҙләйәсәктәр.