Тимашев ауылындағы үҙәк урамда законһыҙ эшҡыуарлыҡ сәскә ата

Тулыраҡ: Тимашев ауылындағы үҙәк урамда законһыҙ эшҡыуарлыҡ сәскә ата

Күптән түгел беҙҙең хәбәрселәр Тимашев ауылындағы үҙәк урамда ҡәбер таштары, матәм веноктары һатылыуы, шул арҡала, урындағы халыҡтың ризаһыҙлыҡ белдереүе тураһында сюжет эшләгәйне. Орджоникидзе районына ҡараған Тимашев ауылындағы үҙәк урамда законһыҙ эшҡыуарлыҡ сәскә ата. Бында ҡәберлектәргә ҡуя торған веноктар, ҡәбер таштарын һатыусыларҙың законды боҙоуы асыҡланды. Өфө прокуратураһы етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты.