Башҡортостандан тағы ла бер һалдат һәләк булған

Тулыраҡ: Башҡортостандан тағы ла бер һалдат һәләк булған

Фажиғә июнь аҙаҡтарында теркәлһә лә, уның хаҡында бөгөн генә билдәле булды. Лайфньюс яҙыуынса, Нефтекамскийҙан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Артемдың кәүҙәһен уның хеҙмәттәштәре ПТС-4 бронетранспортерында табалар. Йәш егеттең үлем сәбәптәре тураһында әлегә тулы мәғлүмәттәр юҡ. Артем Екатеринбургтағы утыҙ икенсе хәрби ҡаласыҡта етенсе июндә ант ҡабул иткән. Мөҙҙәте тамамланғандан һуң ул контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү теләген дә белдергән. Ғаилә ағзалары Артемдың хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәрене ҡатмарлы булған, уны мыҫҡыл итеп үлтергәндәр тип иҫәпләй.