Өфө дәүләт нефть-техник университетында был сара айырыуса тантаналы үтә. Бында белем алған сит ил студенттары иҫтәлекле сараға үҙҙәренең милләтенә генә хас йолаларҙы үтәп, етди әҙерләнә. Хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева Нигерия, Ангола һәм башҡа дәүләттәрҙән килеп белем алған студенттарҙың шатлыҡтарын уртаҡлашлы. Мелисиу оҙаҡламай яҡындарын күрәсәк. Был шатлығын ул дуҫтары менән уртаҡлаша. Ҡулдарына диплом алып, белем туплап, улар ҙа тыуған яҡтарына ҡайтасаҡ. Йәштәр тыуған яғынан оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп тә, үҙ мәҙәниәтен ҙурлап, ҡәҙерләп һаҡлай. Кизито — Нигериялағы Ибо милләте вәкиле. Милли кейем: аҡ күлдәк һәм ҡыҙыл башлыҡты туй һәм башҡа ҙур байрамдарҙа ғына кейәбеҙ,ти ул. Анголанан килгән Ванилде иҫтәлекле сараға ныҡлы әҙерләнгән. Ул үҙенең тыуған республикаһының дәүләт флагы төҫтәренән заманса моделле күлдәк тектергән. Ниһәйәт тантаналы мәл. Шат йөҙҙәр, ныҡлы аҙымдар менән йәш белгестәр университетҡа ағыла. Диплом алыр өсөн уларға йылдар дауамында сит ҡалала йәшәп, ят тәбиғәт шарттарына өйрәнеп, һөнәр үҙләштерергә тура килә. Республикабыҙҙа сит ил студенттары белем алып ҡына ҡалмай, башҡорт теле һәм мәҙәниәте менән танышып, яңы дуҫтар таба. Егет-ҡыҙҙарҙың күбеһе тыуған иленә ҡайтып лайыҡлы эш табырға йыйына. Ә бер өлөшө университетта ҡалып, магистратура, аспирантурала фән менән шөғөлләнергә теләк белдергән. Ниндәй генә юл һайлаһа ла, йәштәрҙең барыһы ла ҙур маҡсаттар ҡуйып юғарыға ынтыла. Университетты төрлө милләт, төрлө ил вәкилдәре һайлауы, был юғары уҡыу йортонда бирелгән белемдең юғары сифаты хаҡында һөйләй. Өфө дәүләт нефть техник университетының быйылғы сығарылышында 190 сит ил граждандары бар. Йәмғеһе, юғары уҡыу йорто меңдән ашыу сит ил белгестәрен әҙерләгән. Ҡулдарына диплом алған кисәге студенттар донъяның 22 дәүләтенә таралып, Башҡортостанда алған белемен ғәмәлдә ҡуллана башлаясаҡ.