Башҡортостанда “Ҡаргиҙәр” операцияһы дауам итә

Тулыраҡ: Башҡортостанда “Ҡаргиҙәр” операцияһы дауам итә

Айлыҡ сиктәрендә юлһыҙ ерҙән йөрөгән мототранспортты файҙалағанда тәртип боҙоуҙары, транспорттың техник торошон тикшереү буйынса иҫкәртеү саралары үткәрелә. Ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡуртымға биргән ойошмалар менән профилактик эштәр ойошторола. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың торошон тикшереү 15-се февралгә тиклем дауам итә. Элекке Шишмә юлында бер сәғәт эсендә ике ҡарғиҙәр тикшерелде. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү инспекторы әйтеүенсә, әгәр ҙә ҡағиҙәне боҙоу осрағы асыҡланһа, ҡаргиҙәр хужаһына ҡарата урында уҡ административ протокол төҙөлә. Ҡыҙғанысҡа, ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡуртымға биреүсе ойошмалар кешенән водитель таныҡлығын да һорамай, уның тәжрибәһе менән дә ҡыҙыҡһынмай. Ә ни бары ике яҡлы килешеү генә төҙөй. Тимәк транспорт менән идара иткән саҡта берәй хәл була ҡалһа, ҡуртымға алыусы үҙе яуаплы буласаҡ. Ҡаргиҙәр менән идара итер өсөн һәр водителдә транспорттың техник паспорты һәм махсус А1 категорияһындағы водитель таныҡлығы булырға тейеш. Тап шул осраҡта ғына руль артына ултырырға рөхсәт ителә. Рейд барышында Глумилино ауылы янындағы яландарҙың береһендә инспекторҙар иғтибарына эләккән ҡаргиҙәр ҡасыу яғын ҡараны. Бер аҙҙан транспорты һүнеү сәбәпле туҡтаны. Асыҡланыуынса, водитель транспорт менән кәрәкле документтарһыҙ идара иткән. Урында уҡ уға ҡарата административ протокол төҙөлдө. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса республика дәүләт инспекцияһында барлығы 4 меңдән ашыу ҡаргиҙәр теркәлгән. Белгестәр билдәләүенсә, ярты ай эсендә Өфө районында ғына ҡағиҙә боҙоуҙың ике тиҫтәгә яҡын боҙоу осрағы теркәлгән.