Был маҡсатты бойомға ашырыу өсөн 6 миллиард һум аҡса бүленә. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров 2019 йылға тәғәйен эштәрҙе беренсе ноябргә тамамларға йөкләмә бирҙе.Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов белдереүенсә, йылына дүртәр мең подъезд ремонтлау бурысы тора. Торлаҡ файҙаланған кешеләр эштәр төрө һәм күләмен үҙҙәре хәл итәсәк. Ошо маҡсатҡа ярашлы, 20 февралгә тиклем йорттарҙа фатир хужалары йыйылыштар үткәрәсәк. Уларҙа республикала ихата майҙандарын төҙөкләндереү программаһын бойомға ашырыу саралары тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Башҡарылаһы эштәрҙе шулай уҡ фатир хужалары үҙҙәре билдәләй. Ихата төҙөкләндереү эштәрен 15 майҙа башлап 31 августа тамамлау ҡарала. Өфөләге “Салют” шифаханаһы нигеҙендә мөмкинлеге сикле балалар өсөн реабилитация үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә хөкүмәт рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдерҙе. Яңыртыу эштәре быйыл башланасаҡ. Мәскәү өлкәһе тәжрибәһе буйынса үҙәктә сәләмәтлекте нығытыу, шифахана хеҙмәттәренән тыш балалар өсөн белем һәм өҫтәмә белем алыу, шулай уҡ һөнәр үҙләштереү мөмкинлеген булдырыу күҙ уңында тотола.
Киләһе биш йылда Башҡортостанда 26 мең подъезд төҙөкләндереләсәк
Тулыраҡ: Киләһе биш йылда Башҡортостанда 26 мең подъезд төҙөкләндереләсәк