Был хаҡта Радий Хәбиров Әбйәлилдә ауыл биләмәлре башлыҡтары менән осрашыуҙа белдерҙе. Урындағы етәкселәр менән бындай форматтағы осрашыу артабан да дауам итәсәк. Радий Хәбиров тәүҙә Йәнекәй ауылында биш йәшлек Рамазанға ҡунаҡҡа инеп сыҡты. Көҙөн Урал аръяғына эш сәфәре ваҡытында урам буйында уйнап йөрөгән малай янында туҡтап һөйләшкәс, Рамазан бөтә республикала билдәлелек алғайны. Был юлы Радий Хәбиров малайҙың ата-әсәһе менән танышты, ғаиләнең йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Әлиә һәм Радмир Закирйәновтар өс йыл элек Өфөнән тыуған ауылдарына күсеп ҡайтҡан. Радмир үҙ эшен асҡан – ауылда мал һуйыу цехы төҙөй. Радий Хәбиров буласаҡ предприятиеның майҙансығын ҡараны. Йәнекәй ауылында балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Был турала республика етәксеһе халыҡ менән осрашыу барышында белдерҙе. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ауылда йәш ғаиләләр күбәйә, сабыйҙар тыуа, балалар баҡсаһына ихтыяж бар. Яҡтыкүл шифаханаһында Диджитал Ҡоролтай үтте. Рәсми булмаған осрашыуҙа Рәсәй төбәктәренән блоггерҙар ҡатнашты. Улар тәжрибәһе менән уртаҡлашты һәм төрлө темаларға фекер алышты.Блоггерҙарҙы Радий Хәбиров сәләмләне. Аралашыуҙа Радий Фәрит улының социаль селтәргә ҡарағанда китапҡа өҫтөнлөк биреүе асыҡланды. Әммә, республика етәксеһе интернеттың мөһимлеген айырым билдәләп китте.Радий Хәбиров Яҡтыкүл шифаханаһын һәм Березка ял йортон ҡараны. Шифаханала йыл һайын кәмендә 6 мең кеше сәләмәтлеген нығыта. Шифаханала 7 корпус иҫәпләнә, әммә, уларҙың береһе буш тора һәм ремонт талап ителә. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы бинаны төҙөкләндереү буйынса проект әҙерләргә ҡушты.Ошонда уҡ “Урал легендаһы. Башҡортостандың тау курорттары” туристик кластерын үҫтереү проекты тикшерелде. Балалар лагерында Ауыл һәм ҡала биләмәләрен үҫтереү мәсьәләһе буйынса семинар-кәңәшмә үтте. Бында ауыл биләмәләре башлыҡтары министрҙар һәм ведомство етәкселәренән төрлө һорауҙарға яуап алды. Һуңынан республика етәксеһе ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты. Унда күләмле экологик өмәләр ойоштороуға иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге билдәләнде. Республика етәксеһе тәҡдимде хуплап ҡабул итте. Ошонда уҡ Ауыл советтары манифесы ҡабул ителде. Ул урындағы иң көнүҙәк проблемаларҙы эсенә ала.Брейн-ринг рәүешендә ойошторолған фекер алышыу ҡыҙыу барҙы. Муниципалитет вәкилдәре эшлекле тәҡдимдәр яһаны һәм республика етәксеһенең яуабын ишетә алды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостандың һәр төбәгендә ауыл һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары өсөн ошондай осрашыуҙар буласаҡ. Ултырыш барышында ауыл һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары 10 йүнәлеш буйынса эшләне. Осрашыу барышында Радий Хәбиров һәр кемдең тәҡдимен тыңлап шунда уҡ Хөкүмәткә уларҙы хәл итеү һәм өйрәнеү өсөн аныҡ ҡарарҙар һәм күрһәтмәләр бирҙе.