Башҡортостанда 2024-се йылға тиклем 26 мең подъезды тәртипкә килтереү ҡарала

Тулыраҡ: Башҡортостанда 2024-се йылға тиклем 26 мең подъезды тәртипкә килтереү ҡарала

Ремонт республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә башҡарыласаҡ, бының өсөн 6 миллиард һум аҡса бүленә. Фирүзә Мөнир ҡыҙы был йортта 90-сы йылдарҙан бирле йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә бер тапҡыр ҙа подъездға еренә еткереп ремонт яһалмаған. Торлаҡ файҙаланған кешеләр эштәр төрө һәм күләмен үҙҙәре хәл итәсәк.

Ошо маҡсатҡа ярашлы, 20 февралгә тиклем йорттарҙа фатир хужалары йыйылыштар үткәрәсәк. Уларҙа республикала ихата майҙандарын төҙөкләндереү программаһын бойомға ашырыу саралары тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейеш. Башҡарыласаҡ эштәрҙе фатир хужалары үҙҙәре билдәләй. Ихата төҙөкләндереү эштәрен 15 майҙа башлап 31 августа тамамлау ҡарала. Был подъезда ошо йыл аҙағынаса төҙөкләндереү эштәре башҡарылырға тейеш....

Етәкселәр билдәләүенсә, планға почта ҡумталарын, электр сымдарын алмаштырыу ҡаралған.Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов әйтеүенсә, йылына дүртәр мең подъезд тәртипкә килтереләсәк. Йорт хужалары эштәр төрөн һәм күләмен үҙҙәре хәл итәсәк. Радий Хәбиров 2019 йылға тәғәйен эштәрҙе беренсе ноябргә тамамларға ҡушты. Йылына дүртәр мең подъезд ремонтлау бурысы тора.