Республикала авариялар артҡан

Тулыраҡ: Республикала авариялар артҡан

Был хаҡта бөгөн юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр иттеләр. Водителдәр һауа шарттарын, юлдарҙағы боҙлауыҡты иҫәпкә алмай. Шул сәбәпле бик күп ваҡ авариялар теркәлә.

Дим биҫтәһенә илткән юлда был йөк машинаһының тиҙлекте арттырыуы күп саҡырымлыҡ тығындар барлыҡҡа килтерҙе. Әгәр билдәләнгән тиҙлек һаҡланһа БМВ һәм Пежо машиналары бәрелешен дә иҫкәртеп булыр ине. Ошондай авариялар булмаһын өсөн, юл инспекторҙары ҡышҡы юлда уяу булырға, машиналар араһында дистанция һаҡларға саҡыра.