Ғалимдар, экологтар һәм туризм өлкәһендәге белгестәр 3 көн дауамында ҡаргиҙәрҙәрҙә шихандар һәм уларға яҡын урынлашҡан билдәле урындар менән танышты.
230 миллион йыл элек башҡа шихандар кеүек үк, Тропик диңгеҙҙә һуңғы палеозой риф массаларынан барлыҡҡа килгән Торатауҙың тарихи, археологик, геологик ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡуйынында әүлиәләр ҡәберен һаҡлаған тау ерле халыҡ өсөн рухи ҡиммәте менән дә бай. Торатау геопаркы сиктәрен билдәләү маҡсатын ҡуйған тәүге экспедиция маршруты 150 километрға һуҙылды. Бындағы һәр шишмә, ҡалҡыулыҡ, ҡая тарих һаҡлай, геологик, биологик йәһәттән өйрәнер мөмкинлектәр аса. Борон кешеләр төйәк иткән “Төш өң”. Өйрәнелеп бөтмәгән мәмерйәлә әлегә тиклем боронғо мал-тыуар һөйәктәре һаҡланған. Ҡышын унда эләгеү мөмкин түгел, ә башҡа ваҡытта туристар ирекле инеп йөрөй.
Урал тау һырты атамаһын алған был биләмәләрҙә өйрәнелмәгән мәмерйәләр күп, Һайран ауылынан 1-2 саҡрымда ғына шуларҙың береһенә юлыҡтыҡ.Мәмерйә барлығын урындағы халыҡ та белмәй икән. Хужаларса ҡараш булғанда күп туристарҙы йәлеп итергә мөмкин.1939-40 йылдарҙа Яков Протазановтың Салауат Юлаев фильмында, милли батырҙы ҡулға алған эпизод Ҡәлим осҡан ҡаяһындағы мәмерйәлә төшөрөлә, был урын туристар араһында киң билдәле. Әммә уның әлеге хәле урындағы халыҡты борсолорға мәжбүр итә.Тәбиғәт ҡомартҡыһының ғалимдар өсөн ҡиммәте лә баһалап бөткөһөҙ.
Торатау геопаркын булдырыу туризм өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Әммә бизнес урында эшләп китһен өсөн бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеү зарур. Әлбиттә, урындағы тарихты ла иҫтән сығарырға ярамай. Торатау борондан башҡорт халҡының йыйын урыны булған, бында ил яҙмышын хәл итер ҡарарҙар ҡабул ителгән. Наполеонға ҡаршы яуға башҡорт ғәскәрҙәрен ошонан оҙатҡандар. Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе Зәки Вәлиди музейын ғына ҡарар өсөн туристар хатта төркиәнән килә.Торатауҙы яҡлау, уны һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән урындағы активистар ҙа республика етәксеһе Радий Хәбировтың Торатау геопаркын булдырыу ҡарарын хуплап ҡаршылай.
Буласаҡ геопарк биләмәһен өйрәнеү, терклек, үҫемлектәрҙе тикшереү эштәре 2 йыл дауамында барасаҡ. Ошо ваҡыт эсендә Торатауҙың туристик йөҙө лә нығыныр тигән ышаныс бар. Бының менән бергә изге тауға йәмәғәтселектең дә, бизнестың да ҡарашы изге ниәтттән генә булыр.