Йыл әйләнәһенә йәй

Тулыраҡ: Йыл әйләнәһенә йәй

Йәшелсә үҫтергән Бүздәк теплицаһы майҙанын киңәйтә. Унда комплекстың өсөнсө бинаһы төҙөлөп сафҡа индерелгән. Инвестициялар ярҙамында башҡарылған эш йылына 3 мең 600 тоннаға күберәк уңыш йыйырға мөмкинлек бирәсәк. Теплицала эш көнө уңыш йыйыуҙан башлана. Һәр рәткә айырым хеҙмәткәр беркетелгән.

Ләйсән Мөхәмәтова өс йылдан ашыу бында эшләй. Өйрәнеп китеүе ауырыраҡ булһа ла, хәҙер эш ныҡ оҡшай, ти ул. Бында үҫтерелгән төп йәшелсә – ҡыяр. Шулай уҡ, салат үләне бар. Йәшелсәләр 9 гектар майҙанда үҫтерелә. Комплекстың сафҡа индерелгән өсөнсө бинаһы йылына 3600 тоннаға күберәк уңыш йыйып алырға мөмкинлек бирәсәк. Киләсәктә иһә хужалыҡты тағы ла арттырып, яңы 200 эш урынын булдырыу ҡарала.

Етәкселәр хеҙмәткәрҙәрҙе торлаҡ менән дә тәьмин итергә планлаштыра. Әлегә алыҫта йәшәгәндәрҙе махсус транспорт йөрөтә. Былтыр 80 мең тоннаға яҡын йәшелсә йыйып алынған. Мул уңыштың төп сере — яҡшы тәрбиә һәм уңайлы шарттар, ти хеҙмәткәрҙәр. Шуға фермерлыҡ хужалыҡта тағы ла томат, баклажан һәм болгар боросо үҫтерергә ниәтләйҙәр.