Федераль льготаларға эйә булыусыларға аҡсалата айлыҡ түләүҙәр арта

Тулыраҡ: Федераль льготаларға эйә булыусыларға аҡсалата айлыҡ түләүҙәр арта

1-се февралдән федераль льготаларға эйә булыусыларға аҡсалата айлыҡ түләүҙәр 4,3 процентҡа арта. Был хаҡта бөгөн Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенәнән хәбәр иттеләр.

Социаль түләүҙәрҙе арттырыу Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, һәләк булған һуғыш инвалидтарының ғаилә ағзаларына, фашист концлагерҙары тотҡондарына, I, II, III төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға, шулай уҡ радиацияға дусар булғандарға ҡағыла.

Башҡортостанда 318 мең кешенең айлыҡ аҡсалата түләүҙәре ҡайтанан иҫәпләнгән. Февралдә улар түләүҙәрҙе арттырылған күләмдә аласаҡ.