13 ғинуар Учалалағы шахтала эшләгән 34 йәшлек Артур Ибраһимовтың иҫерек килеш ҡулына мылтыҡ алып тәүҙә ҡатынын атып үлтереүе, һуңынан күршеләренә — республикала билдәле шәхестәр Гөлсиә һәм Зариф Хилажевтарға — һөжүм итеүе бар республика халҡын тетрәндерҙе. Ҡыҙғаныс, Гөлсиә яҡты донъянан китте.
Зарифтың ғүмере өсөн табиптар көрәште, Башҡортостанда йәшәүселәр уның аяҡҡа баҫып китеүен теләп доғалар ҡылды. Һәм бына, ниһәйәт, Зарифтың хәле яҡшыра башлау тураһында хәбәр килде. Гөлсиә һәм Зариф Хилажевтарҙың ике балаһы етем ҡалды. 5 йәшлек Наҙгөл ата-әсәһе кеүек йырларға, бейергә ярата, улдары Йәнгиргә ни бары өс кенә йәш.