14 февралдән алып 20-һенә тиклем Өфө “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә алты спектакль уйналасаҡ. Был турала бөгөн беҙҙең каналда “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында театр директоры Илфир Яҡупов һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Олег Фазылйәнов һөйләне.
Тәүге көндө тамашасыларға улар Фәрит Бикчәнтәев ҡуйған “Әтәс менгән ситәнгә” спектаклен тәҡдим итә. Артабан театр труппаһы “Миркәй менән Айһылыу”, “Килмешәк”, “Килә яуа, килә яуа”, “Тормошмо был?”, “Бейеү пәрейе” спектаклдәрен уйнаясаҡ.