Милли проекттар һәм маҡсатлы программалар

Тулыраҡ: Милли проекттар һәм маҡсатлы программалар

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһында эшләгән Башҡортостан депутаттарын республика мәнфәғәтенә федераль сараларҙы әүҙемерәк йәлеп итергә саҡырҙы. Хөкүмәт йортонда үткән осрашыуҙа һүҙ төбәктең милли проекттар һәм маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген киңәйтеү тураһында барҙы. Үткән йылда Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 65 миллиард һум алды, быйыл был һанды ун миллиардҡа артырыу талап ителә, тине Радий Фәрит улы. Был йәһәттән республика етәксеһе депутаттарҙың һәр ҡайһыһының һөҙөмтәле эшенә иҫәп тота. Радий Хәбиров Өфөлә йәшәгән ете йәшлек Даша Крутьконы хәтергә алды. Йәш гимнастка ил президенты Владимир Путиндан Башҡортостанда спорт гимнастикаһы үҙәген төҙөтөүҙе үтенде. 2019 йылда ҡатнашыр программалар буйынса әле 83 ғариза теркәлгән, йәнә 23 заявка әҙерләнә. Депутатар менән сираттағы осрашыуҙы май аҙағында ойошторорға килешелде.