Өфө Гандбол командаһының элекке спортсыһы Надежда Иманғолованың балаһы сиргә дусар

Тулыраҡ: Өфө Гандбол командаһының элекке спортсыһы Надежда Иманғолованың балаһы сиргә дусар

Ҡыҙыҡайҙы дауаларға 130 мең һум аҡса кәрәк. Ғаилә йәмәғәтселек ярҙамына мохтаж. Ике йәшлек Лиза әсә ҡарынында кислородҡа ҡытлыҡ кисереү һөҙөмтәһендә хәрәкәт боҙолоу синдромынан ыҙа сигә. Һуңғы арала киҫкен респиратор инфекция нигеҙендә эпилепсия башланған. Тыуғанда сәләмәтлеге шикләндерерлек түгел ине. Өс айлыҡ йәшенә тиклем ғәҙимгесә үҫеште, ти әсәһе. Үҙгәрештәр һуңынан башланған. Тиҫтерҙәренән ҡалышыуы хәҙер асығыраҡ күренә. Дауалау курстары ыңғай һөҙөмтәһен бирә – Лиза уҙ-аллы ултыра ала, шыуышырға өйрәнгән, аяғына әкренләп баҫа, күҙҙәре яҡшыраҡ күрә башлаған. Дауа сараларын туҡтатырға ярамай, юғиһә был кескәй генә ҡаҙаныштарҙың бушҡа сығыу хәүефе бар. Сираттағы реабилитация 126 мең һум тора. Ҡыҙҙың әсәһе хәйриә фондтарына мөрәжәғәт итеп ҡарай. Атайҙың эш хаҡы, өләсәйҙәр ебәргән аҡса ғына етмәй. Надежда Иманғолова Контакттағы сәхифәһендә финанс ярҙам һорап яҙа. Иманғоловтар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамын көтөп кенә ҡул ҡаушырып ултырмай. Лизаны дауалар өсөн төрлө махсус ҡоролмаларҙы үҙҙәре ҡулайлаштыра, бала менән даими күнегеүҙәр үткәрә. Саф һауала йыш булырға тырыша. Хәйер, аяҡтары атламаған баланы урамға тик махсус коляскаға ултыртып сығарып була. Ә коляска иҫкергән түгел, бәләкәсәйгән. Аҙ килемле ғаиләнең махсус коляска алырға ла мөмкинлеге юҡ. Аҙ килемле ғаиләнең махсус коляска алырға ла мөмкинлеге юҡ. Лизаның атаһы ябай эшсе, Надежда йәрәхәттәр сәбәпле спорт карьераһынан баш тартҡан, зәғиф баланы ҡалдырыр урын булмағас эшләмәй. Улдары Никитаға ун йәш, ул дүртенсе класс уҡыусыһы. Иманғоловтар йәмәғәтселек ярҙамына мохтаж. Мәрхәмәтле кешеләр аҡса күсерергә тәүәккәлләһә бар кәрәкле мәғлүмәтте Лизаның бәйләнештә селтәрендәге махсус сәхифәһендә таба ала.