Үлем менән сауҙа итеүселәргә яу

Тулыраҡ: Үлем менән сауҙа итеүселәргә яу

Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров суррогат һатыусыларҙы халыҡты юҡ итеүселәр менән сағыштырҙы һәм тәртип урынлаштырыласаҡ тине. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары республика етәксеһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. яуап оҙаҡ көттөрмәне, дүшәмбелә үк “Алкоголь” шартлы атамаһы менән махсус операция башланды. Тәүге ике көн эсендә генә Әбйәлил районында 500 литрҙан ашыу контрофакт спиртлы эсемлек тартып алынған. Төнгө сауҙаның ҡыҙған мәлендә полиция хеҙмәткәрҙәре ишек ҡағырын бында көтмәгәндәр. Пенсионер ханым законды боҙғанын яҡшы аңлай, шуға ла бөтә запасын сығарып өҫтәлгә ҡуя. Михайловка ауылында оператив төркөм ағыу менән сауҙа итеүсе тағы бер нөктәне фашланы. 14 йәшлек ҡыҙ бала таныш булмаған иргә араҡы һата. Ул беҙ әле генә инеп сыҡҡан пенсионерҙың ейәнсәре булып сыҡты. Был “бизнес” менән районда тоҡомдары менән шөғөлләнәләр. Бер нисә минуттан әсәһе ҡайтып ғәҙеллек тергеҙергә тотондо. Аҡланыу файҙаһыҙ, сөнки хоҡуҡ һаҡсыларында дәлил етерлек. Хужабикәне иң кәмендә штраф көтә. Был нөктә хужалары үҙҙәре лә етерлек төшөрөп алған. Камераны күреү менән эстәге шайтаны ҡотороторға тотондо. Йоҡо бүлмәһендә йәшерелгән араҡыны күрһәтмәҫ өсөн сараһыҙ оборонаға күсте. Хоҡуҡ һаҡсылары тағы ла 2 шешә ялған араҡы һәм бушаған йәшниктәрен тапты. 600-ләп кеше йәшәгән Атауҙыла ғына сапиртлы эсемлек һатыусы 3 ғаилә бар, ә бөтә районда уларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Көмөшкә менән сауҙа көндөҙ ҙә туҡтамай. 80-де ҡыуалаған Роза Ерашованың йортонда 120 литр бал табылды. Бөтә продукция тартып алынып экспертизаға ебәрелә. Әбйәлил районында 9 оператив төркөм 2 тәүлек эсендә генә 500 литрҙан ашыу контрафакт алкоголь тартып алды. Ә үткән йыл ғына Әбйәлил районында эскенән 8 кеше яҡты донъя менән хущлашҡан. Ә был 31 йәшлек егетте табиптар ҡотҡарып ҡала. 100 һумлыҡ ялған араҡы уны теге донъяға алып китә яҙа. Йәш егет хәҙер эске хаҡында онотоп яңы тормош башларға ниәтләй. Әлфиә Ғималрованың иң яҡын кешеләре яңы тормош башлай алмаған. 2 йыл элек ул бер-бер артлы ирен һәм өлкән улын юғалта. Сәбәбе-эскелек. Атаһының һәм өлкән ағаһының миҫалы ҡалған 3 балаһына яҡшы миҫал була, улар ғаилә ҡороп, бәхетле балалар үҫтерә. Ярты яҙмышы ҡыйылған ханым ағыу менән сауҙа итеүселәрҙең һәр береһенә яза табылыр тип ышана. Улар үҙ халҡыбыҙҙы юҡ итеү, геноцид менән шөғөлләнә. “Быны бөтөрөргә беҙҙең мөмкинлектәр бар, беҙ бәләкәй ауылдарға тиклем етәсәкбеҙ, уларҙың һәр береһенә законлы яза табасаҡбыҙ” тип яҙып сыҡты республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Алкоголь операцияһы һәр районда тәүлек әйләнәһенә барасаҡ.