Өфөнөң 56-сы мәктәбе уҡыусылары ҡул көрәшендә көстәрен һынап ҡараны. Ошо мәктәпте тамамлаусы, Рәсәй һәм донъя чемпионы, спорт мастеры Эдуард Фазулов армреслинг, йәғни, ҡул көрәше буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сара быйыл Рәсәйҙә уҙасаҡ Бөтә донъя универсиадаһында бағышланды. Спортсы тәүҙә универсиада тарихы, Башҡортостандан сыҡҡан спортсылар менән таныштырҙы. Эдуард үҙе тыумыштан балалар церебраль фалижы менән ауырыһа ла, 17 йәшендә үк үҫмерҙәр араһында чемпион исемен яулай.
Кем көслөрәк?
Тулыраҡ: Кем көслөрәк?