Икмәктәге тоҙ миҡдарын аҙайтып ҡан тамырҙары сиренә бәйле үлем осраҡтары күрһәткесен кәметергә мөмкин. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Башҡортостанда бешерелгән икмәк ризыҡтарында тоҙ күләмен кәметергә тәҡдим итә.2018 йыл йомғаҡтары буйынса республикала коронар синдром һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары йышайған. Был күрһәткесте кәметеү саралары сирҙәрҙе иҫкәртеүгә ҡайтып ҡала. Төбәктәге дауалау учреждениеларында ангиографтар урынлаштырыу һәм Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы менән кардиология үҙәгендә был ҡоролмаларҙы яңыртыу күҙ уңында тотола. Хөкүмәт йортонда үткән сираттағы сәләмәтлек сәғәтендә шулай уҡ Сибайҙа флюорограф ҡуйыу көнө билдәләнде. Радий Хәбиров бинала елләтеү селтәрен төҙөкләндереүҙе тиҙләтергә ҡушты. Граждандарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе яйға һалыр өсөн һаулыҡ һаҡлау министрлығы финанслауҙы арттырырға һәм препараттарҙы һатып алыу тәртибен үҙәкләштерергә тәҡдим итә. Дарыуҙар мәсьәләһе буйынса Радий Хәбиров табиптарҙың иғтибарын стационарҙа дауаланғанда дарыуҙы үҙе һатып алырға мәжбүр ауырыуҙарҙың ялыуҙарына йәлеп итте. Сәләмәтлек сәғәтенең көн тәртибендә “Яҡтыкүл” шифаханаһын үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Үткән аҙнала эш сәфәре барышында Радий Хәбиров комплекс торошо менән танышҡайны. Республикала дәүләт предприятиеһы дәрәжәһендәге берҙән-бер шифахана бөгөн матди-техник базаһын нығытыуҙы талап итә.
Сәләмәтлек сәғәте
Тулыраҡ: Сәләмәтлек сәғәте