Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма штаттарында сатлама һыуыҡтар. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә термометр бағанаһы 53 градусҡа тиклем төшәсәк, тип фаразлай синоптиктар. Бының сәбәбе Төньяҡ ҡотоптан килгән һалҡын һауа массаһы. Властар урындағы халыҡҡа мөмкин тиклем тышта оҙаҡ йөрөмәҫкә, тәрән тын алмаҫҡа кәңәш итә. Бер-нисә штатта ғәҙәттән тыш хәл индерелгән.

Ә Париж ҡар тотҡонлоғонда. Францияға “Габриэль” циклоны көслө ҡар алып килгән. Бер төн эсендә Парижда 5 сантиметрлыҡ ҡар ҡатламы ятҡан. Һөҙөмтәлә, ҡалала юл хәрәкәте, тимер юл станциялары һәм аэропорттар эше тотҡарланған. 40 меңдән ашыу йорт утһыҙ ҡалған. Хәлде көслө ел ҡатмарлаштыра. Уның тиҙлеге сәғәтенә 130 километрға тиклем етә.

Америкала бурҙар урланған телевизорҙы кире ҡайтарған. Күҙәтеү камераларына төшөрөлгән видеонан күренеүенсә, ике кеше йорттан телевизор алып сығып, машинаға һалырға тырыша. Тик техника бик ҙур булғанға күрә, бер нисек тә автомобилгә һыймай. Аптырағас, бурҙар телевизорҙы кире йортҡа индереп ҡуя. Әйткәндәй, автомобиль дә урланған булған. Әле полиция енәйәтселәрҙе эҙләй.