Октябрь районы суды ошо турала үҙ ҡарарын иғлан итте. Прокуратура бер йылдан ашыу эшләгән цирктың хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәүен асыҡлаған. Элекке һауа гимнасты, Шапито циркы директоры Аллабирҙе Исрафилов суд ултырышына бер үҙе килде. Һәр спортсы кеүек үк, мин дә үҙемдең еңеүемә ышанам, ғәҙеллек барыбер алға сығасаҡ, тиеп белдерҙе ул. Циркта хәүефһеҙлек талаптарының үтәлмәүен прокуратура үткән йыл аҙағында асыҡлағайны. Цирк етәксеһе иһә башҡа фекерҙә, тикшереүҙән һуң бар етешһеҙлектәрҙә бөтөрөлдө, тине ул. Шулай ҙа прокуратура асыҡланған етешһеҙлектәрҙең бөтөрөлмәүе, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тупаҫ боҙолоу тураһында белдерә. Цирк бындай күңелһеҙ хәлгә беренсе тапҡыр ғына тарымай. Саҡырып килтерелгән артистар директорҙы эш хаҡын ваҡытында түләмәүҙә ғәйепләне. Һуңынан бинаның хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тура килмәүе хаҡында ыҙғыш ҡупты. Ошо арҡала тамашаларҙың береһен туҡтатырға ла тура килгәйне. Суд ҡарарын үтәмәү сәбәпле Исрафиловҡа ҡаршы енәйәт эше асылғайны, әле тикшереү бара. Ә цирк эшмәкәрлеген иһә суд, етешһеҙлектәрҙе юҡ иткәнсе, туҡтатып торорға тигән ҡарар сығарҙы.
Өфөлә «Триумф» циркы эшмәкәрлеге туҡтатылды
Тулыраҡ: Өфөлә «Триумф» циркы эшмәкәрлеге туҡтатылды