“Торатау” Конгресс-холында үткән беренсе мәктәп форумында уҡытыусылар “Осош” проектын бойомға ашырырға килеште. Биш көнлөк эш аҙнаһы, тәрбиәүи шәмбеләр, уҡыусыларҙың татыу йәмғиәтен ойоштороу, балаларҙы яуыз йоғонтонан аралау, мәктәптәрҙе үҙ-ара ярышҡа йәлеп итеп белем биреү сифатын яҡшыртыу. Радий Хәбиров республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәренә күптән көтөлгән тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итте. Һәр айҙың бер шәмбеһен тыуған төйәкте өйрәнеү, сәләмәтлекте нығытыу, танылған шәхестәр менән осрашыу кеүек мауыҡтырғыс сараларға бағышлау ҙа уҡыусылар өсөн мөһим тәрбиәүи ғәмәл, ти Нуриман районы Красная горка мәктәбе директоры Азат Ноғоманов. Ул балаларҙы ғына түгел, уҡытыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындыра ала. Ауыл ерендә йәш белгестәр мәсьәләһе лә көнүҙәк. Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы был йәһәттән гранттар системаһын тәҡдим итте. “Осош” программаһы мәктәптәр өсөн конкуренция өҫтөнлөктәрен күҙ уңында тота. Заман талаптарына яраҡлашыр өсөн балаларҙан башланғыс һөнәри белем дә, инглиз телендә аралашыу алымдары ла, вальс бейеү оҫталығы ла талап ителә. Республика етәксеһенең мәктәптәр араһында ярыш ойоштороп белем биреү кимәлен күтәреү тураһындағы тәҡдиме лә педагогтарҙа яҡлау тапты. Педагогтар ғына түгел уҡыусылар менән эшләгән башҡа белгестәрҙе лә ҡыҙыҡһындырыу сараларын күреү яҡшы, тине Радий Фәрит улы. Ихтирам һәм ярҙамсыллыҡ ҡанундарын нығытып берҙәм мәктәп даирәһен булдырыу иһә бөгөнгө шарттарҙа балаларҙы төрлө хәүефтәрҙән һаҡлаясаҡ. Мәктәп уҡыусыларын ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыу ҙа мәрхәмәтлек тәрбиәләү сараһы. Радий Хәбиров уҡыусыларҙың ирекмән отрядтарында эшләүенә өҫтәмә шарттар булдырырға саҡырҙы. Беҙҙең мәктәп тигеҙ мөмкинлектәр майҙанына әүерелергә тейеш, балаларҙың мөмкинлектәрен сикләмәй сифатлы белем биреү төп маҡсат. Һәләтле балаларҙы иҫәпкә алып уларҙы республикала һөнәр алырға ла, артабан хеҙмәт итергә лә ҡыҙыҡһындырыуҙы мәктәп йәшенән башлау мөһим. Мәктәп белеменең беренсе форумы иң ҡыйыу маҡсаттар ҡуйып мәғариф хеҙмәткәрҙәрен ысынлап та осошҡа саҡыра. Тармаҡҡа яңы һулыш биреүгә уҡытыусылар ыңғай ҡарашта. Тимәк, мәктәптә үҙәрештәр оҙаҡ көттөрмәйәсәк.
Мәғариф күтәрелешкә әҙер
Тулыраҡ: Мәғариф күтәрелешкә әҙер